

Белорет районының тау саңғыһы үҙәктәре шыуыу миҙгелен былтырғыға ҡарағанда иртәрәк асырға әҙерләнә. Абҙаҡта яһалма ҡар яуҙырыу системаһы 23 октябрҙә үк эшләй башлаған, ә ошо көндәрҙә «Морат» тау саңғыһы комплексы хеҙмәткәрҙәре ошондай эштәргә тотонған.
Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итеүенсә, унда беренсе, дүртенсе һәм балалар трассаларында ҡар яуҙыралар.
Көндәр һыуытҡас, ҡыш бик яҡын, тип уйлайбыҙ. Тик ысын ҡар ҡасан ятыр?
Фото: vk.com