Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2023, 02:30

Иртәнсәк лимонлы һыу эсегеҙ!

Гастроэнтерологтар һәр иртәне бер стакан лимонлы һыу менән башларға  кәңәш итә.  Был “йәшәү эликсирын” әҙерләү өсөн һеҙгә ни бары 2 минут ваҡыт кәрәк буласаҡ, ә файҙаһы күпме!

Иртәнсәк лимонлы һыу эсегеҙ!Иртәнсәк лимонлы һыу эсегеҙ!
Иртәнсәк лимонлы һыу эсегеҙ!

 

  1. Иммунитетты нығыта. Лимон С витаминына һәм калийға бай. Ул баш мейеһе һәм нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан баҫымын контролдә тота.
  2. Ул һелте балансын тигеҙләй. Сөнки лимон кислотаһы әселекте күтәрә.
  3. Тиҙерәк ябыҡтыра. Лимон һутында асығыу тойғоһон баҫа торған пектин бар. Бынан тыш, һелте диетаһын тотҡан кешеләр тиҙерәк ябыға.
  4. Лимон һуты аҙыҡ эшкәртеүҙе еңелләштерә. Йылы һыу ашҡаҙан-эсәк трактын һәм перистальтиканы көйләүгә булышлыҡ итә.
  5. Был эсемлек еңелсә бәүел ҡыуыу көсөнә эйә. Лимон һыуы һейҙек бүлеүҙең тиҙлеген арттыра. Был иһә организмға тиҙерәк таҙарырға булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта бәүел юлдарының сәләмәтлеге лә һаҡлана.
  6. Бынан тыш, С витамины биттәге йыйырсыҡтарҙы кәметә һәм төрлө таптарҙы юҡҡа сығара, сөнки ҡандағы токсиндарҙы бөтөрә.
  7. Иртәнән үк бөтә системалар ҙа дөрөҫ эшләй башлаясаҡ, айырыуса гормондар бүлеп сығарыусы бөйөр өҫтө биҙҙәре. Организм төрлө стрестарға әҙер буласаҡ һәм көн дауамында яҡшы эшләйәсәк.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас