Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2023, 04:36

Аллея яңыртылды

Республика ҡалаларында парк, аллея, скверҙар матурланғандан-матурлана бара. Халыҡҡа уңайлы ял итеү урындары күбәйә. 

Аллея яңыртылдыАллея яңыртылды
Аллея яңыртылды
Ҡала мөхите уңайлы һәм таҙа булырға тейеш тә. Салауат ҡалаһында "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты буйынса Салауат Юлаев бульварындағы аллея төҙөкләндерелгән. Унда тротуарҙар яңыртылған, эскәмйәләр, яҡтылыҡ ҡуйылған, йәйгелеккә күләгәле урындар ҙа булдырылған. Шулай уҡ бәләкәй архитектура һындары ла бар. Спорт майҙансығында тренажерҙар ҡуйылған. Юл япмаһы йәрәхәтләндермәй торған резинанан. Ағастар, сәскә түтәлдәре лә - үҙ урынында.
Фото: Министерство жилищно-коммунального хозяйства Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас