Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2023, 17:22

Ҡыҙға ҡунаҡҡа килеү үтә ҡиммәткә төшкән

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө линия идаралығының тәфтиш бүлеге Күмертауҙа йәшәүсе 30 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эшен тикшерә.

Ҡыҙға ҡунаҡҡа килеү үтә ҡиммәткә төшкәнҠыҙға ҡунаҡҡа килеү үтә ҡиммәткә төшкән
Ҡыҙға ҡунаҡҡа килеү үтә ҡиммәткә төшкән

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ғәйепләнеүсе Өфөлә 29 йәшлек ҡыҙҙа ҡунаҡта булған. Ошо ваҡытта ҡыҙҙың өйөнә оперҙар тентеү менән килә. Ир фатирҙа һатыу өсөн әҙерләнгән ҙур партия наркотиктар һаҡланыуын белә. Шуға ла, ҡыҙға ярҙам итергә маташып, наркотиктар һалынған төргәкте форточка аша урамға ырғыта.

Ҡыҙҙы ҡулға алғандар. Уға 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай.

Иргә ҡарата ла енәйәт эше ҡуҙғатылған, уны ике йылға тиклем ултыртыуҙары ихтимал.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас