Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октября 2023, 07:24

Стартаптар төҙөргә өйрән

«Инновациялар импульсы» акселераторы — студенттар һәм йәш ғалимдар араһында технологик эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең яңы проекты. Проекттың маҡсаты — фәнни белем биреү үҙәгенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрендә стартап-командаларға һәм бизнес-идеяларға булышлыҡ итеү.

Добавить в предпочтительные источники Google

Акселераторҙың приз фонды — 15 миллион һум. Ул төбәк сығанаҡтарынан һәм университеттарҙың берҙәм финанстарынан төҙөлә.
Бөтәһе 18 стартап-проект еңеүсе тип билдәләнәсәк:
— технологик трек йүнәлешендәге стартап-проекттар - 1 миллион һумға тиклем,
— эшҡыуарлыҡ трегы буйынса стартап-проекттар 500 мең һумға тиклем аҡса аласаҡ.
Проектта Евразия үҙәге университеттарында уҡыған айырым кешеләр ҙә, стартап-проекттарҙың әҙер командалары ла ҡатнаша ала. Акселератор ике тректы - технологик һәм эшҡыуарлыҡ йүнәлештәрен үҙ эсенә ала.
50 көн дауамында ҡатнашыусылар:
— нетворкинг һәм тотороҡло бәйләнештәр булдырыу принциптарын үҙләштерәсәк,
— айырым эшҡыуарлыҡ компетенцияларына өйрәнәсәк,
— Өфөнөң һәм төбәктең стартап инфраструктураһы менән танышасаҡ.
Акселерация программаһы: 2023 йылдың ноябрь-декабре
▶ Старт: 2023 йылдың 2 ноябре

Тректарҙың тематикаһы һәм башҡа мәғлүмәт: https://vk.cc/crVmRu

👉2023 йылдың 31 октябренә тиклем ғариза бирергә өлгөрөгөҙ: https://vk.cc/crVmQY

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова