

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып республикала 373715 кеше был ауырыу менән сирләгән.
Әлеге көндә зарарланыусыларҙың 109-ы дауаханала медицина ярҙамы ала, уларҙың 58-е – оло йәштәгеләр. 1022 пациент амбулатор рәүештә дауаланыу курсы үтә. Шул иҫәптән 498 кеше — 60-тан уҙған ололар. Тәүлек эсендә 40 кеше һауығып, дауахананан сыҡҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кеше ауырыуҙы еңә алмаған. Пандемия башланғандан алып мәкерле ауырыу 6109 кешенең үлеменә килтергән.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.