Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2023, 05:45

Грант ярҙамы менән маҡсатҡа ирешеп була

Саҡмағош районынан фермер Урал Исхаҡов ғаилә фермаһын үҫтереүгә грант отҡан һәм аҡсаны файҙалы эшкә йүнәлткән.

Грант ярҙамы менән маҡсатҡа ирешеп булаГрант ярҙамы менән маҡсатҡа ирешеп була
Грант ярҙамы менән маҡсатҡа ирешеп була
Фермер 5,5 млн һум суммаға каркас-тент ангар, махсус машина һәм трактор һатып алған. Дәүләт ярҙамы менән шулай хужалығын үҫтергән, яңыртҡан.
Ангарҙа, мәҫәлән, иген ике миҙгел һаҡлана ала. Кәрәк саҡта һатып ебәрәһең. Махсус машинаһы (воздушно-решетная машина) орлоҡто таҙартыуға һәм айырыуға ярҙам итә. Трактор иһә һәр фермерҙың ҙур ярҙамсыһы.
Грант конкурстары үтеп тора. Ҡатнашығыҙ, отоғоҙ, мәнфәғәтен күрегеҙ!
Фото: Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан.
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас