Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2023, 15:53

Фатирҙарын һатып тороп, муттарҙы байыталар...

Республика халҡы уҙған тәүлектә мутлашыусыларға 13 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

Фатирҙарын һатып тороп, муттарҙы байыталар...Фатирҙарын һатып тороп, муттарҙы байыталар...
Фатирҙарын һатып тороп, муттарҙы байыталар...

Республиканың бер юлы өс кешеһе, байлыҡтарын арттырырға теләп, инвестициялар менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Өфөнән бер ҡатын муттар менән мессенджерҙарҙың береһендә бәйләнешкә инә һәм уларға 2,5 миллион һум самаһы аҡса күсерә, шуларҙың 21 меңе генә - шәхси тупланма, ә ҡалғандары - кредит. Салауат ҡалаһынан ҡатын инвестиция брокерҙарына цифрлы валюта менән сауҙа итеү өсөн 1,8 миллион һумдан ашыу кредит аҡсаһын "бүләк иткән". Салауаттан пенсионер ҡатын да ялған брокерҙарға ышана һәм уларға 600 мең һумдан ашыу аҡсаһын күсерә.

Өфө пенсионеркаһы мутлашыусыларға 4 миллион 600 мең һум аҡса ебәргән.

Шәхси мәғлүмәттәрҙе йәшереү һылтауы менән аферистар уны 3 миллион һумлыҡ шәхси аҡсаһын төрлө иҫәптәргә күсерергә күндерә. Һуңынан тағы ла 300 мең һум аҡса күсереүҙе һорайҙар, йәнәһе, банк операцияларын күҙәтеү өсөн. Әммә зыян күреүсенең тейешле сумма аҡсаһы булмағанлыҡтан, мутлашыусылар уға фатирҙы һатырға тәҡдим итә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мутлашыусылар ҡорбандың фатирын һатыу тураһында иғлан ҡуя һәм һатып алыусылар таба. Пенсионер ҡатын үҙенең торлағын һата һәм 1 миллион 600 мең һум күләмендә аҡсаның бер өлөшөн ала. Һуңынан бөтә сумманы муттарға күсерә. Муттар ҡатынды, банк килешеүҙе юҡҡа сығарасаҡ һәм фатир үҙегеҙҙә ҡаласаҡ, тип ышандыра, әммә яңы милек хужалары уның ишеген шаҡып, фатирҙы бушатыуҙы һорай. Зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итергә ашыға.

Был мутлашыу факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: уяу булығыҙ. Аҡсаны билдәһеҙ банк иҫәбенә күсермәгеҙ. Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Әгәр һеҙгә билдәһеҙ кешеләр шылтыратһа, телефонды һүндерегеҙ. Оло йәштәге таныштарығыҙҙы мутлашыу схемалары тураһында иҫкәртегеҙ. Финанс операцияларын әүҙем башҡарған туғандарығыҙҙың шикле ғәмәлдәренә иғтибар итегеҙ.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас