Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2023, 10:43

Өфө ҡыҙы Камила – алтын миҙаллы балерина

Яҡташыбыҙ Камила Солтангәрәева “Донъяның йәш балеты” Халыҡ-ара конкурсында уңышлы сығыш яһаны.

Өфө ҡыҙы Камила – алтын миҙаллы балеринаӨфө ҡыҙы Камила – алтын миҙаллы балерина
Өфө ҡыҙы Камила – алтын миҙаллы балерина

Йәш балерина быға тиклем дә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, лауреат булған. Әле Мәскәү дәүләт хореография академияһында белем ала.

Халыҡ-ара ярышта беҙҙең илдән һәм Белоруссия, Ҡаҙағстан, Корея Республикаһынан, Япониянан, Әрмәнстандан 50 артист ҡатнашҡан. Камила үҙенең йәш төркөмөндә бар һәләтен күрһәтеп, еңеүсе булған.

Ҡотлайбыҙ, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Фото: Город Уфа (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас