Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2023, 17:51

Өфө ҡотҡарыусылары йырындан ирҙе сығарған

Бөгөн иртән 112 номерына шылтыратып, Цюрупа урамындағы йырында ҡанға батҡан ир кешенең иҫһеҙ ятыуын хәбәр итәләр. 

Өфө ҡотҡарыусылары йырындан ирҙе сығарғанӨфө ҡотҡарыусылары йырындан ирҙе сығарған
Өфө ҡотҡарыусылары йырындан ирҙе сығарған

Урынға ашығыс ярҙам бригадаһы, полиция һәм ҡотҡарыусылар ебәрелә. Ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсе янына төшә, уны полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эвакуациялайҙар. Ҡарамаҡҡа 40-45 йәшлек ирҙе аңһыҙ хәлдә медиктарға тапшыралар. Ваҡиға сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.

Фото: Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды. 

Өфө ҡотҡарыусылары йырындан ирҙе сығарған
Өфө ҡотҡарыусылары йырындан ирҙе сығарған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас