Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2023, 16:00

Еңел кәсеп тапҡан курьер

"Бәләгә тарыған яҡынығыҙ аварияға сәбәпсе булды" схемаһында ҡатнашҡан енәйәтсе республиканың төрлө райондарында пенсионерҙарҙан аҡса алған.

Еңел кәсеп тапҡан курьерЕңел кәсеп тапҡан курьер
Еңел кәсеп тапҡан курьер

Быйыл сентябрь аҙағынан Өфө, Архангел, Дәүләкән һәм Благовар райондары полицияһына мутлашыу факттары тураһында хәбәрҙәр килә башлай. Зыян күреүселәрҙең тарихтары бер төрлө: пенсионерҙарҙы телефон аша, яҡынығыҙ юл фажиғәһенә эләккән, хәлде ашығыс хәл итергә кәрәк, тигән һылтау менән алдағандар.

Оператив-эҙләү саралары барышында Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Енәйәтте тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлегенән хеҙмәттәштәре менән берлектә Өфө районында йәшәгән 41 йәшлек ирҙе асыҡлай. Ул республика биләмәһендә бер нисә мутлыҡ фактын ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таный. Ирҙе оперативниктар Силәбе өлкәһенә ошондай уҡ енәйәттәрҙе башҡарыу өсөн китергә йыйынғанда ҡулға ала. Ҡулға алынған кешенең һүҙҙәре буйынса, ул курьер ролен үтәй, йәғни пенсионерҙарҙан аҡса ала, ҡорбандарҙың аҡсаһының бер өлөшөн үҙенә ҡалдыра һәм ҡалған аҡсаны "кураторҙарға" күсерә. Ҡулға алынған ир мессенджерҙарҙың береһендә аҡса эшләүҙең бындай законһыҙ ысулын тапҡан һәм баштан уҡ законһыҙ эшмәкәрлек алып барасағын белгән. Өфө районында йәшәүсе 41 йәшлек ирҙең енәйәт эштәренән дөйөм зыян 800 мең һум самаһын тәшкил итә. Әлеге ваҡытта ҡулға алынған "курьер"ға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 159 статьяһы буйынса бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ир яҡын арала зыян күреүселәргә килтерелгән зыянды ҡапларға ниәтләй. Шулай уҡ оперативниктар енәйәтсенең башҡа шундай уҡ енәйәттәрҙә ҡатнашыуын тикшерә.  Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас