

Өфөлә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында юл хеҙмәттәре түбәндәге участкаларҙа "Тайғаҡ юл" һәм "Максималь тиҙлекте 40 км/сәғ сикләү" юл билдәләрен ҡуйҙы:
- Өфө-Ырымбур юлында Ағиҙел йылғаһы аша күпер;
- Өфө-Дим юлында Дим йылғаһы аша күпер;
- Галле ис. һәм Затон шоссеһы юлында Ағиҙел йылғаһы аша күпер;
- Өфө-Шаҡша юлында Ҡариҙел йылғаһы аша күпер;
- Өфө-Нуғай юлында Ҡариҙел йылғаһы аша күпер.
Һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе сәбәпле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы юлдарҙа үтә иғтибарлы булырға һәм Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ.
Барығыҙға ла имен юлдар!
Фото: БР ЮХХДИ.