

БР буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, һигеҙ айҙа мәғлүмәти-коммуникация сараларын ҡулланып, 12 мең енәйәт ҡылынған, 9000 граждан зыян күргән, дөйөм аҡсалата юғалтыу 1,7 миллиард һумға етә.
Уртаса алғанда, кешеләр мутлашыусыларға ай һайын 50 млн һум аҡса күсереп тора. Рәсәйҙең һәр төбәгендә бар бындай проблема.
Толкачев һүҙҙәренсә, енәйәт эҙҙәре башлыса беҙгә дуҫ булмаған дәүләттәргә барып тоташа. Иң тәү сиратта Украинаға. Мутлашыусылар беҙҙең граждандарҙан урланған аҡсаны Рәсәйгә ҡаршы булған илдәргә ебәрә.
Шуға ла был йәһәттән тиҙ арала сара күреү мөһим. Парламенттың эш төркөмө хоҡуҡ һаҡлаусылар, IT-тармаҡ белгестәре менән берлектә шул мәсьәлә менән шөғөлләнәсәк.