Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октября 2023, 15:55

Пироманды тотҡандар

Өфөлә "Митсубиси Аутлендер" машинаһын яндырған 42 йәшлек ирҙе поезда ҡулға алғандар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Пироманды тотҡандарПироманды тотҡандар
Пироманды тотҡандар

"Митсубиси" машинаһының хужабикәһе - Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Ул 2021 йылда комиссия составында ирҙең диплом эшен "өслө" билдәһенә баһалаған, шунлыҡтан дөйөм баһа "дүртле" булған.

Алдан хөкөм ителгән ирҙең оҡшаш енәйәттәргә ҡағылышы булыуы мөмкин.

Фото һәм видео: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова