БР урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, Башҡортостан халҡы "Урманды һаҡлайбыҙ" Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнашҡан. Барлығы 4,5 миллион төп йәш үҫенте ултыртылған, дөйөм майҙан 1300 гектар тәшкил итә. Экология сараларында 80 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Урманды тергеҙеү күрһәткестәренә тулыһынса өлгәшеү өсөн 2024 йылда 15,2 мең гектарҙа ағас ултыртыу күҙаллана.
Фото: Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан