Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2023, 04:45

Вьетнамдар беҙҙең ярманы һатып алды

Республиканың Миәкә районынан арпаның махсус эшкәртелгән бер төрө - перловка ярмаһы тейәлгән тәүге партия йөк Вьетнамға оҙатылған. 42 тонна ярма бөтә тейешле тикшереүҙе үткән, фитосанитар нормаларға тап килә, сифаты хупланған.

Вьетнамдар беҙҙең ярманы һатып алдыВьетнамдар беҙҙең ярманы һатып алды
Вьетнамдар беҙҙең ярманы һатып алды

«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты буйынса беҙҙең республика әүҙем эшләй. Төп маҡсат - ауыл хужалығы тауарҙарын ситкә һатыу күләмен арттырыу.

Әйткәндәй, перловка ярмаһы быйыл беҙҙә 850 мең тонна йыйып алынған. Уны Рәсәй төбәктәренән тыш, сит илдәргә лә һаталар.

Фото: Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас