Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2023, 06:00

Әнүәр Нурғәлиевтың түҙер әмәле ҡалманы

  Ул һәләк булған һеңлеһе Диана Сәфәрова тураһында көтөлмәгән хәбәр еткерҙе.

Әнүәр Нурғәлиевтың түҙер әмәле ҡалманыӘнүәр Нурғәлиевтың түҙер әмәле ҡалманы
Әнүәр Нурғәлиевтың түҙер әмәле ҡалманы

БР-ҙың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтың туғаны Диана Сәфәрованың үлемендә ғәйепле булған водителгә ҡарата хөкөм эше башланыуы хаҡында хәбәр итә.

 

Билдәле булыуынса, һәләк булған ҡатындың туғандарына һәм журналистарға суд залына инеү ғәйепләнеүсенең һәм уны яҡлаусы адвокаттың талабы буйынса тыйыла. Процесс ябыҡ ишектәр артында үтә.

Әнүәр Нурғәлиев журналистарға, ҡот осҡос фажиғәнән һуң Диананың ғаиләһе бөгөнгө көнгә тиклем  үҙенә килә алмауы хаҡында белдерҙе.

 

«Был фажиғә мәңгегә беҙҙең менән ҡаласаҡ һәм ғүмер буйы эҙәрлекләйәсәк», — тине ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 майҙа Шишмә тораҡ пунктында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы була. “Тойота Камри” водителе  юғары тиҙлектә 32 йәшлек Диана Сафарова йөрөткән “Хонда Цивикты” бәрҙерә яҙып уҙып китә. Ҡағиҙә боҙоусының хәүефле маневры һөҙөмтәһендә ҡатындың автомобиле юлдан сығып осоп, ҡоймаға бәрелә. Ҡатын шунда уҡ һәләк була.

Аварияла ғәйепле булған ир ваҡиға урынын ташлап ҡаса, әммә һуңыраҡ полиция тарафынан ҡулға алына.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас