Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октября 2023, 06:00

Башҡортостанда " Йыл һалым түләүсеһе " республика конкурсында ҡатнашыусылар һаны артты

Республиканың тупланма бюджетына һалымдарҙы, йыйымдарҙы һәм башҡа түләүҙәрҙе тулы һәм ваҡытында түләүҙең йәмәғәт әһәмиәтен күтәреү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы йыл һайын "Йыл һалым түләүсеһе" конкурсын үткәрә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда " Йыл һалым түләүсеһе " республика конкурсында ҡатнашыусылар һаны арттыБашҡортостанда " Йыл һалым түләүсеһе " республика конкурсында ҡатнашыусылар һаны артты
Башҡортостанда " Йыл һалым түләүсеһе " республика конкурсында ҡатнашыусылар һаны артты

2023 йылда Конкурста ҡатнашыу өсөн 206 ғариза килгән. Өсөнән бер өлөшө (74 ғариза) ҡала округтары территорияһында эшмәкәрлек алып барған һалым түләүселәрҙән килә, уларҙың күбеһе Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Күмертау ҡалаларынан. Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондарынан 132 ғариза килгән, уларҙан иң күп (56 ғариза йәки 42%) Ғафури, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Ҡариҙел, Баҡалы, Йылайыр һәм Саҡмағош райондарынан килгән.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта:https://pravitelstvorb.ru/news/22043/

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22043/

Автор:Баныу Ҡаһарманова