Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октября 2023, 04:25

Башҡортостан пенсионерҙары лайыҡлы сығыш яһаны

Санкт-Петербург ҡалаһында һигеҙенсе тапҡыр Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһы үтте. Унда Башҡортостандың йыйылма командаһы дөйөм иҫәптә икенсе урын яуланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан пенсионерҙары лайыҡлы сығыш яһаныБашҡортостан пенсионерҙары лайыҡлы сығыш яһаны
Башҡортостан пенсионерҙары лайыҡлы сығыш яһаны
Питерҙа уҙған спорт сараһы "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы", "Өлкән быуын" проекттары буйынса ойошторолдо. Әйткәндәй, спартакиадала 720 пенсионер ҡатнашты. Улар беҙҙең илдән генә түгел, ә Белоруссия, Ҡаҙағстан, Финляндиянан да килгән. Спортсылар еңел атлетика, эстафета, йөҙөү, өҫтәл теннисы, атыу, шахмат, дартс, волейбол буйынса һынау тотто. Башҡортостан командаһы Санкт-Петербургтыҡынан ғына артта ҡалып, икенсе урынға лайыҡ булды. Дартс буйынса иһә 3714 мәрәй йыйып, беренсе урын яуланы.
Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Фото: Министерство семьи, труда и социальной защиты населения Республики Башкортостан.


 
Автор:Алһыу Ишемғолова