

Бынан тыш, компенсацион йәшелләндереү сиктәрендә Башҡортостанда 8 мең үҫенте алмаштырылған. Сараларҙа бөтәһе 45 меңдән ашыу кеше һәм төрлө кимәлдәге 2,5 мең ойошма ҡатнашҡан.
2024 йылда Өфөлә 1,5 миллион сәскә ултыртыласаҡ, уларҙың күбеһе күп йыллыҡ буласаҡ. Бөгөн үк республика баш ҡалаһының юбилейына 60 мең ләлә һәм 20 мең нарцисс ултыртыла.
- Яҡшы эш. Беҙ урманды 100 процент тергеҙеү менән шөғөлләнергә, йәғни күләмде арттырырға тейешбеҙ, тип һөйләштек. Һәм кешеләр ҙә был саралар менән ҡыҙыҡһына. Ҡалала ағас, сәскә ултыртыу мәсьәләһенә килгәндә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм муниципалитет башлыҡтарына, һуңынан һуғарыу һәм үҫемлектәрҙе тәрбиәләү контроль аҫтында булһын ине, тип һорайбыҙ. Дөйөм алғанда, килешеү буйынса, беҙ тематик аллеяларға, эре ағастарға күстек. Хәҙер үк халыҡты был аллеялар һөйөндөрһөн ине, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: автор.