

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Благовещен районы буйынса бүлегенә 27 йәшлек ир мөрәжәғәт итә. Уның әйтеүенсә, шәмбе төнөндә Коммунистик урамындағы 10-сы йорт эргәһендәге туҡталҡанан "ВАЗ-2107" автомобилен урлайҙар. Иртән уға танышы шылтырата һәм Өфө-Яңауыл автомобиль юлында машинаһының ватылған хәлдә тороуы тураһында хәбәр итә. Зыян күреүсе шунда бара һәм полиция саҡырта. Тикшереү барышында, руль артында элек хөкөм ителгән 17 йәшлек үҫмерҙең булыуы асыҡлана. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға ала.
Ҡулға алынған үҫмер үҙ ғәйебен танып, дуҫы менән машинала йөрөргә теләүе тураһында һөйләй. Көн элгәре улар ихатала ВАЗ-ды күреп ҡала һәм уны урларға була. Водитель авто ишеген асыҡ ҡалдырғас, машинаны этеп ҡабыҙалар. Төндә йөрөгәндә ут бағанаһына барып бәреләләр.
Үҫмергә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ протокол төҙөлгән. Урлау факты буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 166-сы статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.