Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2023, 10:39

"Спутник V" бүтәнсә һаҡлай алмай...

Гамалея исемендәге ғилми үҙәк етәксеһе Александр Гинцбург дөрөҫөн һөйләп бирҙе. Белеүегеҙсә, яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы торорлоҡ вакциналарҙың иң көслөһөн тап шунда эшләгәйнеләр.

"Спутник V" бүтәнсә һаҡлай алмай..."Спутник V" бүтәнсә һаҡлай алмай...
"Спутник V" бүтәнсә һаҡлай алмай...

«Спутник V» вакцинаһы COVID-19 вирусынан тәүге ике йылда бик һөҙөмтәле һаҡлаған. Тик сирҙең яңы штамдары барлыҡҡа килгәс, ул ҡаршы тора алмай башлаған. Александр Гинцбург әйтеүенсә, әле таралған "кракен" вариантынан «Спутник V» бөтөнләй һаҡламай. Шуға ла табиптар, ғалимдар тиҙ арала яңы вакцина эшләргә тотонған. Әле лабораторияла бер нисә препарат бар, шул уҡ «Спутник V» вакцинаһының XBB.1.5 варианты һынау үтә.

Киләһе йылдың мартында яңы вакциналар әйләнешкә сығарыласаҡ. Коронавирус бөтмәне шул...
Фото: РБК.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас