Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октября 2023, 07:26

Радий Хәбиров: "Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һаны 9 айҙа 8,7% кәмегән"

Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үткән. Бөгөн оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һаны быйылғы 9 айҙа 8,7 процентҡа кәмегән.

Радий Хәбиров:  "Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һаны 9 айҙа 8,7% кәмегән"Радий Хәбиров:  "Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һаны 9 айҙа 8,7% кәмегән"
Радий Хәбиров: "Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һаны 9 айҙа 8,7% кәмегән"

"Беҙ биш йылға анализ яһаныҡ, минеңсә, 2021 йылда ғына бер аҙ үҫеш булды, ә ҡалған ваҡыт эсендә беҙҙең эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлегебеҙ юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һанының кәмеүенә килтерә", - тине төбәк етәксеһе.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас