

ЮЛ ХАТАНЫ ҒӘФҮ ИТМӘЙ
Был турала яҙмаҫҡа ла уйлағайным, сөнки ауыр...
Үҫмер малай асфальт өҫтөндә... Менгән мопеды тиреп һалынған тиерһең, ботарланған! Һуҙылып ерҙә ятҡан баланың өҫтөнә япмаҡ булып яҡында йәшәүселәрҙең береһе одеял тотоп йүгерә.Ҡатын кеше ергә сүгәләп, малай аңын юғалтмаһын өсөн һөйләштереп маташа. Арыраҡ үтеп туҡтаған "Мерседес" эргәһендә лә бала. Ул балалар креслоһында эләктерелгән килеш ерҙә ултыра.
Өс-дүрт йәштәрҙәге ҡыҙсыҡтың битендә ҡан таптары. Иламай. Шок хәлендәлер...
Автомобилдең ишеге ныҡ ҡына зыян күреп, тәҙрәһе селпәрәмә килгән. Хәйер, ул - тимер! Балалар йәл! Бөгөн эңер алдынан ҡаланан ҡайтып етеп, оло юлдан үҙебеҙҙең урамға боролайым ғына тигәндә, арыраҡ тыҡрыҡта теркәлгән ошондай юл-транспорт ваҡиғаһы шаһиты булдым. Ун дүрт йәшлек бала төп юлдан килгән сит ил автомобиленә бәрелгән... Шлемһыҙ. ????♀️
⏭️Шамонин ауылы урамында йәй буйы кемеһе квадроциклда, кемеһе мопед, йә мотоциклда ен һымаҡ елдергән малай-шалайҙың береһелер инде был балаҡай ҙа. Шулай ҙа мин ул турала түгел. Нишләп был үҫмер таныҡлыҡһыҙ мопед өҫтөндә булғандыр ҙа, ни өсөн уға ата-әсәһе техника алып биреп, урамға сығарып ебәргәндер - минең эшем түгел. Быныһын яуаплы органдар асыҡлар. Әммә һәр кем өсөн уйланырға урын бар.
⏭️ Тиҙ ярҙам хеҙмәте - Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары - Реанимация ... Бигерәк йәл, йәлләнес. Малайҙың ике аяғы, ике ҡулы, муйыны һынған, күп һанлы йәрәхәттәр алған тинеләр. Ә еңел автомобиль салоны эсендәге ҡыҙ бала өсөн айырыуса ҡыйын.???? Күҙенә быяла ярсыҡтары ингән. Әлеге ваҡытта күрмәй тип яҙалар. Күҙҙәре асылып китһен инде сабыйҙың...????
Райля Кучемханова
#ҠошТеле
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.