Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октября 2023, 04:00

Ҡәләмдәргә һөйләйем, һин тыңла...

...Һеҙ белергә тейешле биш нәмә бар. Был хаҡта гел иҫтә тотоғоҙ, онотмағыҙ! Беренсенән, күп бөйөк нәмә эшләй алырһығыҙ, тик бының өсөн кемгәлер һеҙҙе ҡулда тоторға рөхсәт итергә тейешһегеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡәләмдәргә һөйләйем, һин тыңла...Ҡәләмдәргә һөйләйем, һин тыңла...
Ҡәләмдәргә һөйләйем, һин тыңла...

Хикмәтле хикәйәт

Ҡәләмдәргә һөйләйем, һин тыңла...

Бер ҡәләм эшләү оҫтаһы, тауарын ҡумтаға һалырҙан алда, аҡыл бирергә булған.

- Һеҙ белергә тейешле биш нәмә бар. Был хаҡта гел иҫтә тотоғоҙ, онотмағыҙ! Шул саҡта иң яҡшы ҡәләм булырһығыҙ, — тип башлаған һүҙен кеше. — Беренсенән, һеҙ күп бөйөк нәмәләр эшләй алырһығыҙ, тик бының өсөн кемгәлер һеҙҙе ҡулда тоторға рөхсәт итергә тейешһегеҙ. Икенсенән, ослау кеүек ауырыраҡ нәмәне кисерһәгеҙ ҙә, түҙегеҙ – был иң яҡшыһы булыу өсөн һынау. Өсөнсөнән, үҙ хатағыҙҙы үҙегеҙ төҙәтә алаһығыҙ. Дүртенсенән, һеҙҙең иң мөһим өлөшөгөҙ – эстә (тимәк, күңелдә). Бишенсенән, һеҙҙе ҡайҙа ғына ҡулланһалар ҙа, эҙ ҡалдырығыҙ. Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, яҙырға тырышығыҙ.

Ҡәләмдәр оҫтаны аңлаған һәм үҙ тәғәйенләнештәрен үтәү өсөн юлға сыҡҡан.

Ә һеҙ аңланығыҙмы?

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова