Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2023, 14:28

Ике баланы бәрҙергән...

21 октябрь кисендә Инорста 26 йәшлек ир "Chevrolet Cruze" машинаһында йәйәүлеләр үткәүеле аша сығып барған 12 һәм 9 йәшлек ике малайҙы бәрҙерә. 

Ике баланы бәрҙергән...Ике баланы бәрҙергән...
Ике баланы бәрҙергән...

Балаҡайҙарҙың береһе аяғына баҫа, ә икенсеһе тора алмай... Водитель шунда уҡ уға ярҙамға ташлана. Бер минуттан авария урынына Юл-патруль хеҙмәте машиналарының береһе килә. Өфө Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 9 йәшлек малайҙың тәне күгәргән, ә 12 йәшлек малайҙың башы йәрәхәтләнгән. Һауығып сыҡһындар инде!

Фото: https://utv.ru/material/v-ufe-voditel-pronessya-mimo-inspektorov-dps-i-sbil-dvuh-detej/

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас