Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2023, 08:30

Өфөлә "Рәсәй - спорт державаһы" форумын үткәреүгә әҙерлек башлана

2024 йылда Өфөлә "Рәсәй - спорт державаһы" ХII Халыҡ-ара форумы үтәсәк. Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов бөгөн Хөкүмәттең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә билдәләүенсә, был спорт сараһы илдең спорт берләшмәһе тормошонда ғына түгел, республика өсөн дә әһәмиәтле буласаҡ, сөнки ул Өфөнөң 450 йыллығы сиктәрендә уҙасаҡ.

Өфөлә  "Рәсәй  - спорт державаһы" форумын үткәреүгә әҙерлек башланаӨфөлә  "Рәсәй  - спорт державаһы" форумын үткәреүгә әҙерлек башлана
Өфөлә "Рәсәй - спорт державаһы" форумын үткәреүгә әҙерлек башлана

"Форумды иң юғары кимәлдә үткәреүҙе гарантиялайбыҙ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Руслан Хәбибов.

- Өфө үҙенең 450 йыллығына етди әҙерләнә. Форум халҡыбыҙ өсөн бүләк буласаҡ һәм илдә, шулай уҡ, әлбиттә, республикабыҙҙа спортты һәм физик культураны үҫтереү өсөн этәргес көс буласаҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас