

"Һуңғы һигеҙ көндә, егеттең әйтеүенсә, ул дүрт сәғәт һайын наркотиктар ҡуллана, шуның менән бәйле уның йоҡоһо боҙола, шулай уҡ енәйәт ҡылыуға этәргән көслө енси теләктәр тыуа", - тип һөйләй криминалист-тәфтишсе Иван Карпов.
Ғәйепләнеүсенең фатирында тикшереү барышында уның "ломка"һы башлана, әммә ул барыбер ирекле рәүештә таныу күрһәтмәләрен бирә. Был егеттең ҡылығы хатта тәжрибәле хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы ла шаҡ ҡатыра. Тәүҙә ул һеңлеһен скакалка менән быуа, ҡыҙ иҫен юғалтҡас, көсләй, һуңынан тағы ла быуып, үлтереп ҡуя.
- Был ҡот осҡос енәйәт, сөнки ул, беренсенән, бәлиғ булмағанға ҡарата, ғәйепһеҙ бер балаға, тик "бишле" билдәләренә генә уҡыған аҡыллы, тырыш, тәртипле бәләкәй ҡыҙға ҡарата ҡылынған. Мәктәп уҡыусыһы барыһы тарафынан да ыңғай ҡылыҡһырлана. Һәм, икенсенән, бер туған ҡәрҙәшенең уға ҡарата шулай эшләүе ҡурҡыныс. Бала тыныс ҡына өйөнә ҡайта, тыныс ҡына ваннаға инеп, душ төшә, ә шул мәлдә стена артында - ҡот осҡос енәйәт планлаштырған ҡурҡыныс әҙәм... Быларҙың барыһын да ул шундай ҡот осҡос ысул менән эшләгән! Һәм кешенең күҙендә лә, йөрәгендә лә, күңелендә лә бер ниндәй ҙә үкенес юҡ ине, - тип комментарий бирә криминалист-тәфтишсе Анна Холодных.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.