9 айҙа әҙерләүселәр әйләнеше 364 миллион һумды тәшкил итә (2022 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 4,7%-ҡа артҡан).
- Союзда 11 меңдән ашыу пайсыны берләштергән 118 кооператив ойошма булыуын билдәләп үтергә кәрәк, - тине союз етәксеһе. - Кооператив ойошмаларҙа 3 меңгә яҡын кеше эшләй. Төп эшмәкәрлек төрө булып сауҙа тора, уны күмәртәләп һатыу һәм ваҡлап һатыу тип бүлергә мөмкин. Ике күмәртәләп-бүлеү үҙәге, стационар 645 сауҙа объекты, мобиль 28 автолавка эшләй. Производство буйынса төрлө йүнәлештәге 181 предприятие бар: икмәк бешереү, кондитер цехтары, алкоголһеҙ эсемлектәр, ярымфабрикаттар етештереү цехтары, гастрономия, шулай уҡ тегеү цехы. Башҡортостан Республикаһында шулай уҡ өс уҡыу йорто эшләй: был институт һәм 2 колледж, уларҙа 2000-дән ашыу студент уҡый. Бынан тыш, ағымдағы йылдың мартында Башҡортостан Республикаһында Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһы системаһында абитуриенттарҙы мәктәп эскәмйәһенән йәлеп итеү буйынса пилот проекты старт алды. Мәҫәлән, Бишбүләк районының Айыт ауылында дөйөм белем биреү учреждениеһы базаһында беренсе кооператив класс ойошторолдо. Союз республика райондарында ҡулланыусылар кооперацияһына ҡараған биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы тергеҙеү буйынса эште эҙмә-эҙлекле дауам итә. Республикала 60-тан ашыу ҡулланыусылар кооперацияһы объекты яңыртыла һәм модернизациялана. Бында туҡталырға йыйынмайбыҙ, республикабыҙҙың башҡа райондарында ла объекттарҙы ремонтлау һәм реконструкциялау планлаштырыла. Һис шикһеҙ, киләһе йылда ла объекттарҙы модернизациялау буйынса эште дауам итәсәкбеҙ. Ағымдағы йыл союз эшмәкәрлегендә бер нисә әһәмиәтле, өр-яңы проекттар менән иҫтә ҡалды. Бындай проекттарҙың береһе булып Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған Күмәртә аҙыҡ-түлек баҙарҙарын үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу тора. Беҙҙең республика пилот булып сығыш яһай. Быға Урал аръяғы-2022 инвестиция һабантуйында Үҙәк союзы һәм "Башҡортостан ҡулланыусылар союзы" менән Башҡортостанда күмәртәләп аҙыҡ-түлек баҙары булдырыу буйынса проектты тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу этәргес булды. Ағымдағы йылдың 23 авгусында Өфөлә уҙған "Волга буйы ритейл көндәре" сиктәрендә ҙур агросәнәғәт паркы төҙөлөшөнә тәүге таш һалынды. Ер участкаһы Өфө агломерацияһы янында урынлашҡан. Был проект буйынса инвестициялар күләме 25 миллиард һум тәшкил итәсәк, киләсәктә проект бер мең биш йөҙ яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Килешеүҙәр сиктәрендә беҙ ике яҡ өсөн дә файҙалы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе киңәйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ.
Үҫеште раҫлап, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының ҡулланыусылар союздары рейтингында (ул Рәсәй Федерацияһы Үҙәк союзы тарафынан төҙөлә) Башҡортостан ҡулланыусылар союзы илдең ТОП-10 ҡулланыусылар союздары иҫәбенә инә. Башҡортостан ҡулланыусылар союздың ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында дөйөм хужалыҡ эшмәкәрлеге күләме 3,3 миллиард һум тәшкил итте һәм был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә 7-се урынды биләй.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.