

- Репортаждарҙы күрҙек. Инде тайғаҡ, юл-транспорт ваҡиғалары теркәлә. Тап ошо осорҙа, кеше психологик яҡтан ҡышҡы йөрөү стиленә, ҡышҡы шарттарға күскән осорҙа, ауыр осраҡтарға юл ҡуймаҫ өсөн әүҙем эшләргә кәрәк, - тине Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ йылытыу буйынса ялыуҙар һанының өс тапҡырға кәмеүен билдәләне.
- Әммә мин был мәсьәләне хәл итеп ҡуйыуҙы һорайым, ниндәй техник проблемалар бар, уларҙы хәл итергә кәрәк. Урамда - ҡыш, - тип мөрәжәғәт итте торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәкселегенә төбәк Башлығы.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.