Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2023, 12:38

2023 йылда Төбәк инжиниринг үҙәге 24 эшҡыуарға 900 мең һумлыҡ ярҙам күрһәткән

- Төбәк инженерлыҡ үҙәге белгестәре төбәктең етештереү компанияларына ярҙам күрһәтә. Үҙәктең хеҙмәттәре предприятиеларҙы модернизациялау, производствоға заманса технологиялар индереү, яңы эш урындары булдырыу һәм килемде арттырыу мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ йыл дауамында предприятиеларға күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең һөҙөмтәлелеген күҙәтеүҙе дауам итәбеҙ, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. 

2023 йылда Төбәк инжиниринг үҙәге 24 эшҡыуарға 900 мең һумлыҡ ярҙам күрһәткән2023 йылда Төбәк инжиниринг үҙәге 24 эшҡыуарға 900 мең һумлыҡ ярҙам күрһәткән
2023 йылда Төбәк инжиниринг үҙәге 24 эшҡыуарға 900 мең һумлыҡ ярҙам күрһәткән

Хеҙмәттәре дөйөм хаҡтың 90% тиклемге ташлама менән бергә финанслау шарттарында күрһәтелә. Ярҙам "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бирелә.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/22038/

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22038/

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас