Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октября 2023, 07:00

Каникулда ҡыш киләме?

Тиҙҙән уҡыусыларҙың тәүге каникулы башлана. Ноябрь башында, байрам уңайынан, өс көн рәттән ял да бар. Көндәр нисегерәк булыр икән?

Каникулда ҡыш киләме?Каникулда ҡыш киләме?
Каникулда ҡыш киләме?

Гисметео белгестәре октябрҙең һуңғы көндәрен фаразлаған. Эйе, һыуыта. Рашҡы ла яуа. Көндөҙгө температура ни бары +2 градусҡа ғына етер, моғайын. Төндә – нулдән түбән, бәғзе райондарҙа -4, -5-кә үк төшөүе ихтимал.

Ә бына 29 октябрҙән һуң тағы йылыта. Фараздарға ҡараһаҡ, 1 ноябрҙән башлап, алдағы өс көндә көндөҙгө температура бик яҡшы. 4 ноябрҙә, бәлки, ҡар яуыр. Әммә ятмаҫ, ирер. Сөнки көндөҙ +9 градус күҙаллана. Унан инде ҡыш яҡынайғанын һиҙерһегеҙ. Шулай ҙа белгестәр ҡарҙың ай һуңында ғына ныҡлап ятасағын фаразлай.

Фото: Автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас