

Йорт ихатаһында водитель парковкала торған 5 машинаға зыян килтерә. Зыян күргән "Нива" янында уны полиция хеҙмәткәрҙәре тотҡан.
Тикшереү 23 йәшлек водителдең организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0,804 мг алкоголь булыуын күрһәткән.
Юл хәрәкәте өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн водитель административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, транспорты махсус туҡталҡаға ҡуйылған.
Фото: БР ЮХХДИ.

