

Мәсетле районында 15 йәшлек үҫмер мутлашыу буйынса енәйәттә ғәйепләнә. Колледж студенты «курьер» булып эшкә урынлаша, әммә ысын эш урынына ул мутлашыусыларға 61 йәшлек ҡатындан 650 мең һум аҡса урларға ярҙам итә, тип хәбәр итә БР буйынса Эске иэштәр министрлығы.
Түбәнге Бобин ауылында йәшәүсе ҡатын полицияға аҡсаһын мутлашыусылар урлауы хаҡында ғариза яҙа. Билдәле булыуынса, зыян күреүсегә билдәһеҙ ир шылтырата һәм, үҙен полиция хеҙмәткәре тип таныштыра. Ул ҡатындың ҡыҙы аварияға сәбәпсе булыуын әйтә һәм уны ҡотҡарыу өсөн пенсионерҙан 150 мең һум аҡса талап итә. Ҡан аҡса йыя һәм уны курьерға - 15 йәшлек үҫмергә тапшыра. Һуңыраҡ бер ҡатлы ҡатындан тағы ла 500 мең һум аҡса һорайҙар. Был сумманы пенсионер әсәһенән бурысҡа һорай һәм шул уҡ курьерға тапшыра.
Бер аҙҙан зыян күреүсе ҡыҙына шылтыратырға була һәм уны муттар алдауын аңлай. Полиция хеҙмәткәрҙәре курьерҙың шәхесен асыҡлай һәм уны урындағы бүлексәгә алып килә. Егет социальселтәрҙәр аша курьер булып эшкә урынлашыуын әйтә. Алынған аҡсаны үҫмер мутлашыусылар иҫәбенә күсерергә өлгөргән.
Хәҙер студентты енәйәт эшендә ғәйепләйҙәр. Уның ата-әсәһе зыянды кире ҡайтарырға тейеш була.
Фото: Т. Аманов