

БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил районындағы Суртанды күлендә, Елембәт ауылы янында ҡотҡарыусылар 77 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған.
Шулай уҡ фажиғә Әлшәй районының Иҙрис ауылы эргәһендәге Ҡорһаҡ йылғаһында булған. Урындағы халыҡ һәләк булған 68 йәшлек ҡатынды һыуҙан сығарған.
Ике ваҡиғаның да сәбәптәре асыҡлана. Оператив-тикшереү саралары үткәрелә.
Фото: Т. Аманов