Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октября 2023, 05:55

Үҙебеҙҙә етештерелгән тауар менән танышырға теләһәгеҙ...

25 -26 октябрҙә Өфөлә  “Легпром” еңел сәнәғәт форумы үтәсәк. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙебеҙҙә етештерелгән тауар менән танышырға теләһәгеҙ...Үҙебеҙҙә етештерелгән тауар менән танышырға теләһәгеҙ...
Үҙебеҙҙә етештерелгән тауар менән танышырға теләһәгеҙ...

  БР Хөкүмәте, БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы ойошторған сарала Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Беларуссиянан вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә.

“Легпром” үҙ майҙанында етештереүсе предприятиеларҙы һәм эксперт-практиктарҙы берләштерәсәк.

 Форум хаҡында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында  БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары , сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, Башҡортостан күргәҙмәләр үҙәге директоры Альбина  Килдеғолова һөйләне.

Күргәҙмәгә килеүселәр ун тематик экспозицияла  80 компания һәм дизайнерҙың продукцияһы, коллекциялары  менән таныша,  еңел сәнәғәт тармағында үҙ эшен асыуға тәжрибә туплай ала. Стандартизация, метрология һәм һынауҙар төбәк үҙәге  үҙ ҡорамалдарында тауарҙың сифат билдәһенә баһа бирәсәк.

Форум барышында  БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашлығында  “Еңел сәнәғәт үҫешенең өҫтөнлөктәре:бөгөнгөһө һәм киләсәге” темаһына  пленар ултырыш, тематик “түңәрәк өҫтәл”дәр  үтәсәк.

 

Фото: Юлай Кәримов.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина