Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октября 2023, 14:20

Бөрөлә яңы ФАП асылды

Бөгөн Силантьево ауылында төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һәм Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талалов яңы модулле фельдшер-акушер пунктын асты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөрөлә яңы ФАП асылдыБөрөлә яңы ФАП асылды
Бөрөлә яңы ФАП асылды

ФАП "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын модернизациялау төбәк программаһы буйынса төҙөлгән. Унда Силаньево (503 кеше йәшәй, шул иҫәптән 110 бала), Мордвиновка, Камышенка, Костарев ауылдары халҡын ҡараясаҡтар.

Бина бар кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған, ауырыуҙарҙы тәжрибәле фельдшер Ирина Дегтярева ҡабул итәсәк.

Автор:Айбулат Ишназаров