

Белгестәр иҫкәртеүенсә, республикала ямғыр, епшек ҡар, көньяҡ райондарҙа көслө ҡар яуыуы көтөлә. Урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етә.
Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүе, көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫә, урыны менән секундына 15-20 метр тиҙлеккә етә. Һауа температураһы төндә -3,+2, көндөҙ 0,+5 градусҡаса түбәнәйә.
Төндә юлдарҙа күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем кәмеүе көтөлә.
Фото: Т. Аманов