

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мишкә районы буйынса бүлегенә дәүләт фондтарының береһендә эшләгән 54 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ҡатын һөйләүенсә, уға "кәрәҙле элемтә хеҙмәткәрҙәре" һәм банктан шылтыратыуҙар килә, улар сим-картаны яңыртыу һәм аҡсаларҙы мутлашыусыларҙан һаҡлау һылтауы менән ғариза биреүсене шикле ҡушымта күсерергә күндерә. Ошо ҡушымтаны күсергәс, муттар ҡатындың банк иҫәбенә инеп, уның исеменән 2,5 миллион һумдан ашыу кредит ала.
Өфөнән 58 йәшлек ҡатынды ла шул уҡ юл менән алдап, дистанцион ысул менән уның 5 миллион һум күләмендәге шәхси тупланмаларын билдәһеҙ иҫәптәргә күсерәләр, шулай уҡ 500 мең һумға кредит алалар.
Баш ҡаланан 37 йәшлек ҡатын бер ай дауамында "инвестицияға аҡса һала". Бының өсөн 2 миллион һумдан ашыу суммаға бер нисә кредит юллап, билдәһеҙ иҫәптәргә күсерә. Тик өмөттәре аҡланмай, вәғәҙә ителгән "алтын тауҙарҙы" ала алмай.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.