Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2023, 16:29

Машинағыҙҙы бикләп йөрөгөҙ!

18 октябрҙә киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә "ВАЗ-2114" хужаһы эштән ҡайтҡас, машинаһын бикләп тормай, өйөнә инеп китә. Ә иртән сығыуына автомобилдән елдәр иҫкән була. Ул был хаҡта полицияға хәбәр итә. 

Машинағыҙҙы бикләп йөрөгөҙ!Машинағыҙҙы бикләп йөрөгөҙ!
Машинағыҙҙы бикләп йөрөгөҙ!

Эҙләү саралары барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Баҡалы ауылының Революция урамында автомобилде механик зыян күргән хәлдә тапҡан. Урлаусылар машинаны ташлап ҡаса. Артабан енәйәтселәргә ориентировка бөтә полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла. Тиҙҙән ЮХХДИ начальнигы 20 һәм 16 йәшлек ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға ала. Ҡулға алынғандарҙың береһе әйтеүенсә, улар автомобилдең хужаһы уны сигнализацияға ҡуймағанын күргән. Асҡыстарҙың урында булыуын күреп, енәйәтселәр, ишекте асып, машинала ауыл буйлап йөрөргә сығып китә. Әммә юлда ҡоймаға барып бәреләләр.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Эске эштәр идаралығының Баҡалы районы буйынса тәфтишсеһе тарафынан урлау факты буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 166-сы статьяһының 2-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Машинағыҙҙы бикләп йөрөгөҙ!
Машинағыҙҙы бикләп йөрөгөҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас