

Хикмәтле хикәйәт
Бүлешергә теләмәһәң...
Бер ваҡыт һандуғас сәскә атып ултырған ҡыуаҡты күргән дә, шунда ҡунып, емештәрен көтмәксе булған. Билдәле инде, емеште үҙе генә ашағыһы килгән, башҡаларҙы яҡын да юллатмаған.
Эй, ултыра, ти, ҡошсоҡ, эй, ултыра, ти. Сәскәләр урынына емеш тә тумала башлаған. Көндәрҙән бер көндө тумалаҡтарҙан емеш урынына... мамыҡ килеп сыҡмаһынмы?! Мамыҡ ҡыуаҡсығы булған бит!
Шул саҡ һандуғас янына кәкүк килә.
— Күрҙеңме инде? Әгәр ҙә яныңа башҡаларҙы килтерһәң, беҙ һиңә бының емеше булмауын әйтер инек. Һин һаранлығың өсөн яза алдың, — тигән ул һары ҡошсоҡҡа.
Шулай инде, үҙе тураһында ғына уйлаусы ярҙам итергә теләүселәрҙән дә ҡолаҡ ҡаға ҡайһы саҡ.
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.