Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2023, 04:46

МХО батыры иҫтәлегенә

Республиканың Борай районы үҙәгендә махсус хәрби операцияла һәләк булған Вадим Заһиров иҫтәлегенә көрәш буйынса турнир үтте.

МХО батыры иҫтәлегенәМХО батыры иҫтәлегенә
МХО батыры иҫтәлегенә
Яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексында ойошторолған был ирекле көрәш буйынса турнир ил кимәлендә ине һәм унда Башҡортостандан ғына түгел, күрше республикаларҙан, өлкәләрҙән дә көрәшселәр ҡатнашты.
Яҡташтары Вадимды онотмай. Уны белгән һәр кем егеттең ихласлығын, ярҙамсыллығын телгә ала.
Фото: Администрация муниципального района Бураевский район Республики Башкортостан.
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас