Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октябрь 2023, 03:00

Юғарыраҡ һикер, гел генә түшәмгә бәрелмәҫһең...

...Халыҡ ниндәйҙер сикләүҙәр эсендә йәшәй. Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, мине берәү ҙә тыя алмай, мин.., тип йөрөүсе “һүҙ оҫтаһы” ла бер көн килеп, ҡапҡасы ябыҡ банка эсенә инеп китә. Йәмғиәт уны тыйыу әмәлен таба барыбер.

Юғарыраҡ һикер, гел генә түшәмгә бәрелмәҫһең...Юғарыраҡ һикер, гел генә түшәмгә бәрелмәҫһең...
Юғарыраҡ һикер, гел генә түшәмгә бәрелмәҫһең...

Хикмәтле хикәйәт

Юғарыраҡ һикер, гел генә түбәгә бәрелмәҫһең…

Бөрсәләр менән тәжрибә яһау тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Уларҙы алып банкаға япҡандар, ти. Тегеләр, эй, һикерешә, эй, һикерешә. Сығыу юлы юҡ: банка ҡапҡасы – ҡаты түшәм, тирә-яҡ – тотош быяла. Шунан күпмелер ваҡыт уҙғас, ҡапҡасты асҡандар. Сыҡ та ос. Тик бөрсәләрҙең береһе, исмаһам, банканан тышҡа һикерһәсе. Улар инде билдәле бер тапҡырға ғына һикерергә ғәҙәтләнеп тә киткән. Тәжрибә үткәреүсе ғалимдар фекеренсә, бөжәктәр үргә, “түбәгә” тиклем һикереп, мейеләрен һелкеткеһе килмәгән. Иреккә кәртәнең юҡлығын улар күрә белмәгәндер инде.

Кешегә фәһем: һине сикләп тороусы түшәм-кәртәнең юҡлығын үргәрәк һикереп кенә белеп була. Башҡаларҙың нисек һикереүенә йә һикермәүенә иғтибар итмәйенсә. Әгәр ҙә тормошоңда ниндәйҙер “һикереш” яһарға теләйһең икән, мөмкин тиклем күберәк тырышырға кәрәген аңлай торғанһыңдыр.

Ысынбарлыҡ: халыҡ та ниндәйҙер ҡыҫалар эсендә йәшәй. Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, мине берәү ҙә тыя алмай, мин.., тип йөрөүсе “һүҙ оҫтаһы” ла бер көн килеп ҡапҡасы ябыҡ банка эсенә инеп китә. Йәмғиәт уны тыйыр әмәлен таба барыбер.

...Сикләүҙәр, тыйыуҙар, шөбһәләнеүҙәр ҡатыш түрәләрҙең ҙурын-бәләкәйенең тетмәһен тетеп сыҡтым. Тыйылдым. Түбә әлегә ябыҡ. Бөрсәләр белә…

Айсын Аҡбулатова әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас