

Бөгөн Өфөлә дауылдан 21 ағас ауған, бер реклама конструкцияһы емерелгән, туғыҙ машинаға зыян килгән. Бер йәш ҡатынға ботаҡ килеп төшкән, уны дауаханаға алып киткәндәр. Тағы ла ике кешегә "Тиҙ ярҙам" бригадаһы саҡыртылған.
Хөрмәтле, баш ҡала халҡы, әгәр ҙә насар торған конструкцияны күрһәгеҙ, ошо телефондарға хәбәр итегеҙ:279-90-00 йәки 112, ти Өфө ҡала хакимиәтенең Граждандарҙы яҡлау идаралағы белгестәре.
Фото: МБУ "Управление гражданской защиты" городского округа город Уфа Республики Башкортостан (ufa112.ru)