

Хикмәтле хикәйәт
Ышаныс аҡсанан мөһимерәк?!
Бер эшҡыуар бурысҡа батҡан. Бер яҡтан – кредиторҙар, икенсе яҡтан тауар ташыусылар аҡса таптырып, ҡаңғырта икән.
Ир башын тотоп, парктағы эскәмйәлә ултырғанда, янына бер ҡарт килә лә, уны нимә борсоуы хаҡында һораша башлай.
Бизнесмен уға хәлен һөйләп бирә.
– Мин һеҙгә ярҙам итә алам, – тип теге ҡарт уның исемен һорай ҙа, шунан бер ҡағыҙға нимәлер яҙып, эшҡыуарға һона. – Бер йылдан ошонда осрашырбыҙ, һеҙ миңә быны кире ҡайтара алырһығыҙ.
Эшҡыуар ҡағыҙҙы ҡараһа, ул миллион долларға чек булып сыға. Уға донъяның иң бай кешеләренең береһе Джон Рокфеллер үҙе ҡул ҡуйған, имеш. Эшҡыуар чектан күҙен алып, теге ҡартҡа өндәшәйем, тиһә, уныһы юҡ булған.
Бизнесмен, хәҙер барлыҡ проблемам бөтә, ниһайәт, тип ҡыуанып ҡайтҡан да... чекты тотоноу урынына сейфҡа һалып ҡуйған. Әммә ундағы бер миллион доллар тураһындағы яҙыу ирҙе өмөтләндергән, дәртләндергән һәм унда иртәгәге көнөнә ышаныс булдырған. Артабан инде барыһы ла яйға һалынған.
Эшҡыуар бер йылдан теге ҡарт әйткән паркка килгән. Бабай ҙа шунда йөрөй, ти. Ир инде генә чекты ҡайтарырға уйлаған икән, уларҙың янына шәфҡәт туташы килгән дә, ҡарттың ҡулынан эләктереп:
– Ниһайәт, тоттом! – тип ҡысҡырған. – Һеҙҙе борсоманымы? Юҡһа, бөтәһенә лә үҙен Рокфеллермын, тип һөйләп йөрөй, бисара ҡарт, етмәһә, миллион долларға ялған чек яҙып бирә, – тигән эшҡыуарға өндәшеп.
Баҡһаң, бабай психоневрологик дауаханала ята, имеш. Эшҡыуар шаҡ ҡатҡан. Ул бит үҙендә ысынлап та бер миллион долларға торош чек барлығына ышанып, ошо ышанысы менән донъяһын алға табан тәгәрәтте! Ышаныс аҡсанан да мөһим икән.
Ә һеҙҙеңсә нисек, йәмәғәт?
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.