Рәсәй төбәктәре араһында 12-се урындабыҙ. Туристарҙың һаны артыуы "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға бәйле.
Туристик инфраструктураны үҫтереү һәм булдырыуға 2023 - 2024 йылдарға 1,5 млрд һум федераль аҡса алынған. Был сумма башлыса номер фондын булдырыуға тотонола. Ошо ярҙам менән республикала яңы модулле ҡунаҡханалар, глэмпингтар төҙөлә, булған ҡунаҡхана-отелдәрҙә урындар арттырыла.
Фото: Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан.