Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октября 2023, 17:07

Сабыйға ярҙам итер өсөн ҡотҡарыусылар елдән етеҙерәк елгән

Диван ярығына бармағы ҡыҫылған сабыйҙың үҙәк өҙгөс итеп илауын ҡотҡарыусылар телефондан әсәһе ярҙам һорап шылтыратҡанда ишетеп, шунда уҡ адрес буйынса елдергән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сабыйға ярҙам итер өсөн ҡотҡарыусылар елдән етеҙерәк елгәнСабыйға ярҙам итер өсөн ҡотҡарыусылар елдән етеҙерәк елгән
Сабыйға ярҙам итер өсөн ҡотҡарыусылар елдән етеҙерәк елгән

Өфө ҡотҡарыусылары ҡыҙарып шешкән бармаҡты мөмкин тиклем тиҙерәк һәм һаҡ ҡына азат итеү өсөн ювелир эш башҡарған. Барыһы ла яҡшы тамамланған. Бала хәүефһеҙлектә - был ҡотҡарыусыларға иң яҡшы бүләк!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова