Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2023, 05:39

Матбуғат йортонан ашығыс рәүештә хеҙмәткәрҙәрҙе сығарҙылар

Бөгөн иртәнге сәғәт 10-дарҙа Өфөнөң Матбуғат йортонда көслө сирена тауышы яңғыраны.

Матбуғат йортонан ашығыс рәүештә хеҙмәткәрҙәрҙе сығарҙыларМатбуғат йортонан ашығыс рәүештә хеҙмәткәрҙәрҙе сығарҙылар
Матбуғат йортонан ашығыс рәүештә хеҙмәткәрҙәрҙе сығарҙылар

Ҙур бинаның күп һанлы хеҙмәткәре - журналистар, нәшерселәр, "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто етәкселеге, ашнаҡсылар, ҡуртымға алған башҡа ойошмалар вәкилдәре урамға сығарылды. Бары тик баҫҡыстан йәйәү төшөү рөхсәт ителде - лифт ҡулланыу тыйылды.

Бында шулай ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек тикшерелде. Тейешле мәғлүмәт менән танышҡас, хеҙмәткәрҙәр тыныс рәүештә эш урындарына инде.

Күнекмәләр үтеүе яҡшы. Бәлә-ҡаза булмаһын!

Фото: Автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас