Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октября 2023, 10:46

Капиталь ремонт квитанциялары - берҙәм түләү ҡағыҙында

2023 йылдың ноябрендә Башҡортостанда йәшәүселәргә (Өфөнән тыш) октябрь айы өсөн капиталь ремонт квитанциялары берҙәм түләү документы форматында киләсәк. Документта иғәнә айырым юл һәм айырым QR-код менән урынлаштырылған. Шул уҡ ваҡытта, түләү күләме, тәртибе һәм ваҡыты үҙгәрешһеҙ ҡала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Капиталь ремонт квитанциялары - берҙәм түләү ҡағыҙындаКапиталь ремонт квитанциялары - берҙәм түләү ҡағыҙында
Капиталь ремонт квитанциялары - берҙәм түләү ҡағыҙында

Иғәнәләрҙе теләгән ысул менән түләргә мөмкин:
⃣ Башҡортостандың күп фатирлы йорттарында дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау төбәк операторы сайтындағы шәхси кабинетта https://vk.cc/crHqZO
⃣ «Юрта» мобиль ҡушымтаһында https://vk.cc/crHqV6
⃣ ВТБ банкының һәм «Почта Банк» акционерҙар йәмғиәтенең бөтә филиалдарында (комиссияһыҙ)
8 (800) 775 69 77 телефоны буйынса капиталь ремонт иғәнәләрен иҫәпләү һәм шәхси иҫәптәрҙә күрһәтелгән мәғлүмәттәр буйынса һорауҙар бирергә мөмкин. Эш ваҡыты — эш көндәрендә — 9:00—20:00.
Тулыраҡ — Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында https://vk.cc/crHqP4
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова