Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октября 2023, 06:30

Башҡорт башҡайҙары күп күргән

Ниндәй заман һуң был?! Ниндәй заман?! #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Башҡорт башҡайҙары күп күргәнБашҡорт башҡайҙары күп күргән
Башҡорт башҡайҙары күп күргән

ЙЫРЛЫ БАШҠОРТ


Ниндәй заман һуң был?! Ниндәй заман?!

Ялҡа кеше хатта йыр-моңдан.

Хөкөм сығарырға тора бәғзе

Йыр ағылһа әгәр йортоңдан.


Кемдәргәлер ҡурай тынғы бирмәй,

Бимазалай башҡорт бейеүе.

Улар өсөн бер енәйәт һымаҡ

Халҡыбыҙҙың моңдо һөйөүе.


Имеш, башҡорт йырлап ҡына йәшәй,

Уйын ғына, имеш, уйында.

Ҡурай тартып ятыуын ул белер

Һуңғы атын хатта һуйһаң да.


Тарихҡа баҡ! Ҡайғы-хәсрәттәрҙе

Башҡорт башҡайҙары күп күргән.

Ғазаптарҙы ләкин илап түгел,

Ҡурай уйнап, йырлап үткәргән.


Йәне моңдоң - йөрәге туң булмай.

Ул йырҙарҙан күңел нурланды.

Дошмандарың әйҙә көнләшһендәр,

Йырла әле, башҡорт, "Урал"ды!


Салауат Әбүзәров.

 

#ЮлайКәримовфотоһы.

 

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас